+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 20:43

Күргәҙмәгә, Үзбәкстанға

Башҡортостан эшҡыуарҙары “Төҙөлөш – UzBuild 2021” Үзбәкстан халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша ала. Ул 16 – 19 мартта Ташкент ҡалаһында үтәсәк. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан эшҡыуарҙары “Төҙөлөш – UzBuild 2021” Үзбәкстан халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша ала. Ул 16 – 19 мартта Ташкент ҡалаһында үтәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты БР экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә күргәҙмә майҙанын арендалау һәм төҙөү, теркәлеү взносы, лингвистик оҙатыу кеүек сарала ҡатнашыу менән бәйле барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Компанияға юл, йәшәү һәм шәхси сығымдарын ғына түләргә ҡала, тип белдерә БР тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Сит илдә күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу өсөн республика эшҡыуарҙарына ярҙам”Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ” милли проекттары сиктәрендә башҡарыла.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020 йылда Үзбәкстанға төҙөлөш күргәҙмәһенә Башҡортостандан ете кеше барған. “Төҙөлөш – UzBuild 2021” халыҡ-ара күргәҙмәһендә барыһы 20-нән ашыу ил ҡатнашҡан.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн ғаризалар БР экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгендә ҡабул ителә. Телефоны: +7 (347) 246-68-16, электрон почтаһы: [email protected].
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: