-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 10:55

Ике президент һөйләшеп килешкән

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка етәксеһе Джо Байден менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итәләр Кремль сайтында.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка етәксеһе Джо Байден менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итәләр Кремль сайтында.
Ике лидер араһында фекер алышыу асыҡ һәм ихлас булды, тиелә унда. Владимир Путин, АҠШ Президентын юғары вазифала эш башлауы менән ҡотлап, Рәсәй менән Америка араһындағы йылы мөнәсәбәттәр тотош Ер йөҙөндәге хәлдәренә ыңғай йоғонто яһай, тип белдергән.
Донъя лидерҙарының телефондан һөйләшеүенең төп һөҙөмтәһе – улар стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы өсөнсө килешеүҙе (СНВ-3) артабан оҙайтыу тураһында килешкән.
Бөгөн Дәүләт Думаһы үҙенең ултырышында килешеү шарттарын ҡарай. Уға ярашлы документ 2026 йылдың 5 февраленә тиклем үҙ көсөндә ҡала.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в