+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 17:53

Ете кешенең ғүмере ҡотҡарылған

Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре янғындан ете кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Улар - Руслан Сәйфуллин һәм кинологтар хеҙмәте үҙәге водителе Альбер Вәхитов.

Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре янғындан ете кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Улар – Руслан Сәйфуллин һәм кинологтар хеҙмәте үҙәге водителе Альбер Вәхитов.
Ҡаланың Октябрьский урамандағы йортта сыҡҡан янғын буйынса килгән хеҙмәткәрҙәр төтөн сыҡҡан фатирҙың ишеген емереп аса. Унан ҡуйы ҡара төтөн тышҡа бәреп сыға, ә йорттоң алыҫ бүлмәләренән ҡысҡырышҡан ҡатын-ҡыҙҙар тауышы ишетелә. Руслан Сәйфуллин ваҡиға урына ташлана һәм унан ике ҡатынды алып сыға. Утта зыян күреүселәрҙең береһе иҫен юғалтҡан була.
Бынан тыш ике хеҙмәткәр күрше фатирҙан биш кешене эвакуациялай. Шулай итеп, егеттәр ете кешенең 4үмерен аралап алып ҡала.
Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге битенә лә яҙып ҡуйған. Радий Фәрит улының әйтеүенсә, ысын ир-егеттәрҙе мотлаҡ наградаға тәҡдим итәсәктәр. Етәксе уларға ҙур рәхмәтен еткергән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: