+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 12:00

Дауаханаға ятыр алдынан ковидҡа тест биреү кәрәкме, юҡмы?

Башҡортостанда дауаханаға ятыр алдынан коронавирусҡа ПЦР анализын мотлаҡ биреү талабы бөтөрөлдө. Был турала ковидҡа бәйле хәлгә арналған брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Башҡортостанда дауаханаға ятыр алдынан коронавирусҡа ПЦР анализын мотлаҡ биреү талабы бөтөрөлдө. Был турала ковидҡа бәйле хәлгә арналған брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
“Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2021 йылдың 15 ғинуарындағы бойороғона ярашлы, дауаханаға ятырға ете көн ҡала ПЦР анализын мотлаҡ тапшырыу талабы бөтөрөлдө. Ләкин һеҙҙе стационарға ебәреүсе медицина хеҙмәткәре, ҡайһы бер анализдарҙы билдәләгән кеүек, ПЦР анализын да биреүҙе билдәләй ала”, – тип аңлатты министр.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: