+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 16:26

COVID-19-ҙан бушлай дарыуҙар өсөн – 66,9 миллион һум

COVID-19 менән ауырыусыларҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан тағы ла 66,9 миллион һум аҡса бүленгән.

COVID-19 менән ауырыусыларҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан тағы ла 66,9 миллион һум аҡса бүленгән. Илебеҙ төбәктәренә был маҡсатҡа аҡса биреү хаҡында күрһәтмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Субъекттар араһында барлығы 2,7 миллиард һум бүленәсәк.
Бушлай дарыуҙарҙы амбулатор дауаланыусы ауырыуҙар аласаҡ. Дарыуҙар исемлеге ҡәтғи регламентланған һәм федераль кимәлдә раҫланған. Йыйылмаға антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы, температураны төшөрөүсе дарыуҙар һәм башҡа препараттар инә.
2020 йылда был маҡсаттарҙа Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан 8 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: