+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 17:55

Һаулыҡ һағында

Туймазы районы Покровка ауылында ла яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Ул заманса ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырылған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Туймазы районы Покровка ауылында ла яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Ул заманса ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл халҡына медицина ярҙамын камиллаштырыу маҡсатында һалынған.
Медицина учреждениеһын төҙөү эше өс ай элек кенә башланған, бөгөн инде ул тәүге пациенттарын ҡабул итә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
ФАП барлыҡ стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Электр менән йылытыла, һалҡын һәм эҫе һыу бар, канализация үткәрелгән, хәрәкәте сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған. Сифатлы беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар ҙа бар.
– Покровка фельдшер-акушер пункты Покровка, Дарвин, Ташкисеү ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Район үҙәк дауаханаһына тиклем – 17 саҡрым, тип билдәләй фельдшер, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Елена Казакова. Ул был ФАП-та 33 йыл эшләй.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: