-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 12:31

Янғын сәбәптәре асыҡланды

"Өфөоргсинтез" йәмғиәтендә сыҡҡан янғын сәбәптәре асыҡланды. Предприятиела газ резервуарының сафтан сығыуы арҡаһында заводта шартлау яңғыраған, ут тоҡанған.

"Өфөоргсинтез" йәмғиәтендә сыҡҡан янғын сәбәптәре асыҡланды. Предприятиела газ резервуарының сафтан сығыуы арҡаһында заводта шартлау яңғыраған, ут тоҡанған.
25 ғинуарҙа кискә ҡарай "Өфөоргсинтез" предприятиеһында янғын сығыуы билдәле булды. Ваҡиға мәлендә бер цехта - 18, икенсеһендә 25 кеше эшләгән. Шунда уҡ заводҡа яғыулыҡ биреү туҡтатылған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, газ резервуарының береһе тулыһынса янып емерелгән, икенсеһенән сыҡҡан ут 10-15 метр юғарыға күтәрелгән. Ваҡиға шаһиттары тап шул утты күргән дә инде.
Белгестәр, янғынға дүртенсе дәрәжә ҡатмарлылыҡ баһаһы биргән. Әле урында "Роснефть" һәм Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эксперттары эшләй, яҡын- тирәләге биләмәләрҙе экология таҙалығына тикшереү бара.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, завода эшләгән бер кеше тиҙ ярҙам машинаһы менән дауахананың токсикология бүлегенә оҙатылған, ҡыҙғанысҡа, бер эшсенең һәләк булыуы хәбәр ителә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: