0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 20:25

Сүп-сар мәсьәләһе – иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә инфраструктура булдырыу дауам итә. Кисә “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы Кушнарен районына 50 евроконтейнер ебәрҙе.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә инфраструктура булдырыу дауам итә. Кисә “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы Кушнарен районына 50 евроконтейнер ебәрҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Контейнерҙарҙың был партияһы ныҡлы конструкциялы, тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған, заманса экологик нормаларға яуап бирә, уларҙы эксплуатация ваҡытынан һуң ҡайтанан эшкәртергә мөмкин.
1-се зонаның (унда Өфө һәм 14 район инә) төбәк операторы быға тиклем Благовещен, Благовар, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Шишмә райондарында 800 заманса күсмә пластик контейнер ҡуйғайны инде. Бынан тыш, “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы Өфө, Архангел, Балаҡатай райондарында ла контейнер паркын яңыртырға ниәтләй. Был халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә һәм “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты һөҙөмтәләре күрһәткестәренә етергә булышлыҡ итәсәк.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә төбәк операторҙары 20 135 контейнер майҙаны ҡорған, 54 235 контейнер ҡуйған. Әле алты мең контейнер майҙаны төҙөү, уларҙы 13 520 контейнер менән тәьмин итеү талап ителә.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: