+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 21:11

“Плато” тигәндәренә сыҡтыҡ”

Коронавирус мәсьәләһенә арналған бөгөнгө брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин: “Әлеге мәлдә “плато” тигәндәренә сығыуыбыҙҙы әйткем килә”, – тине, тотороҡлоҡ кимәлендә булыуҙы билдәләп.

26 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар 23 410 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә вирус 168 ауырыуҙа табылған.
Стационарҙа дауаланыусылар һиҙелелерлек кәмегән: әле улар – 497. Ауыр хәлдәге 56 яҡташыбыҙ интенсив терапия бүлегендә ята, 18-е – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 146.
Үткән тәүлектә, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 197. Инфекция тарала башланғандан бирле республикала йәмғеһе 17 591 кеше унан һауығыуға өлгәшкән.
Үкенескә күрә, тәүлек эсендә коронавирустан тағы бер яҡташыбыҙ вафат булған. COVID-19 ҡорбандары хәҙер 176-ға етте.
Үпкә ялҡынһыныуы диагнозы аҙаҡҡы тәүлектә 263 сырхауға ҡуйылған, кисәле-бөгөнлө был сирҙән сәләмәтләнеүселәр – 257.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: