+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 00:56

“Коронавирус проблемаһын хәл итеүҙең төп юлы – вакцинация”

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә, ғәҙәттәгесә, коронавирусҡа бәйле хәлгә айырым иғтибар бирелде.

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә, ғәҙәттәгесә, коронавирусҡа бәйле хәлгә айырым иғтибар бирелде. Башҡортостанда 25 ғинуарға ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 23 242. Тәүлек эсендә сир 168 кешелә раҫланған. Пандемия башланғандан бирле яңы инфекциянан һауығыусылар – 17 394, шуларҙың етеһе аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан. Был турала кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.
Максим Забелин республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялауҙың 72 пункты эшләүе, йәнә 13 пункт асылыуға әҙерләнеүе, коллективтарға сығып прививка яһаусы мобиль пункттар эшләй башлауы хаҡында һөйләне.
Башҡортостан әле ковидҡа ҡаршы 13 842 доза вакцина алған. Ғинуар-февралдә тағы ла 151 500 доза препарат килергә тейеш.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына вакцинаны ташыу һәм һаҡлау өсөн бөтә кәрәкле инфраструктураны хәстәрләргә ҡушты, шулай уҡ квалификациялы медицина персоналын әҙерләү мөһимлеген билдәләне.
– Коронавирусҡа бәйле проблеманы хәл итеүҙең төп юлы – вакцинация, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн был хәҙер – иң мөһим бурыс.
Кәңәшмәлә ковидҡа ҡаршы ситуция үҙәгенең һөҙөмтәле эшенә лә туҡталып үттеләр. 18 ғинуарҙан 24 ғинуарға тиклем үҙәк белгестәре 2 174 мөрәжәғәт ҡабул иткән. 16 ноябрҙән башлап (347) 218-19-19 телефоны буйынса “ҡыҙыу линияға” 33 367 мөрәжәғәт килгән. Үҙәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Римма Үтәшева коронавирустан вакцинация хаҡында һорау биреүселәр артыуын белдерә. Башҡа мөрәжәғәттәрҙең күбеһе – амбулатор дауалау һәм ковидҡа тест һөҙөмтәләрен аныҡлау хаҡында.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: