+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 14:20

Кем отҡан? Был турала иртәгә белербеҙ

2021 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында үткәрелгән “Яҙыл һәм от!” акцияһына йомғаҡ яһала.

2021 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында үткәрелгән “Яҙыл һәм от!” акцияһына йомғаҡ яһала.
Ҡиммәтле бүләктәр кемдең өлөшөнә төшкәнен белгегеҙ килһә, иртәгә, йәғни 27 ғинуарҙа 7:15 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында “Сәләм” тапшырыуын асығыҙ. Нәҡ ошо ваҡытта тура эфирҙа вәғәҙә ителгән бүләктәр отошо үтә.
Акция сиктәрендә ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, электр самокаты, ҡарҙан таҙартҡыс һәм шулай уҡ уникаль приздар: “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын джерсилары, “Өфө” футбол клубының уйынсылары автографтары менән футболкалар уйнатыла, тип хәбәр иткәйнек.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: