+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 23:02

Исеме Тимер буласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбировтың улы тыуыуы хаҡында ҡотлауҙар матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә көнө буйы дауам итһә лә, етәксе кискә ҡарай ғына үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты. Был иҫтәлекле көн, Радий Фәрит улының әсәһенең тыуған көнө менән дә тура килгән.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың улы тыуыуы хаҡында ҡотлауҙар матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә көнө буйы дауам итһә лә, етәксе кискә ҡарай ғына үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты. Был иҫтәлекле көн Радий Фәрит улының әсәһенең тыуған көнө менән дә тура килгән.
Бөгөн Радий Хәбировтың әсәһенә 88 йәш тулған булыр ине.
- Минең әсәйемдең тыуған көнө, уға 88 йәш тулыр ине. Тап бөгөн Каринам ул тапты. Улымдың ҙур етәксе булыуын теләмәйем, бәхетле кеше булһын. Исемде Тимер тип ҡушасаҡбыҙ. Йәғни тимер кеүек ныҡ, көслө булһын. Ҡотлауҙарығыҙға ҙур рәхмәт.
Сабый өс кило һәм 56 см булып донъяға килгән.
Фото етәксенең "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: