25 ғинуарҙа Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы ятағын асыу тантанаһы булды.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. БДМУ ректоры Валентин Павлов юғары уҡыу йорто ятаҡтарының студенттар советы рәйесенә яңы бинаның символик асҡысын тапшырҙы.
Өфө авиация техникумының 1962 йылда төҙөлгән бинаһын Башҡортостан республикаһы властары 2020 йылда БДМУ-ға тапшырҙы. Биш ҡатлы ятаҡтың дөйөм майҙаны – 5 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул 500 студентҡа иҫәпләнгән.
Ремонттан һуң бында мобиль китапхана, интеллектуаль ял залы, фитнес-үҙәк була. Ремонт эштәренең хаҡы – 89 миллион һум. Студенттар ятаҡҡа февраль башында урынлаштырыла.