+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 22:45

Биш йыл әсәйһеҙ

Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алдылар. Йырсы бынан 5 йыл элек, икенсе балаһынан һуң вафат булғайны.

Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алдылар. Йырсы бынан 5 йыл элек, икенсе балаһынан һуң вафат булғайны.
Вәсилә Фәттәхованың тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов бөгөн үҙенең социаль селтәрҙәге битенә: "Биш йыл әсәйһеҙ"- тигән яҙма менән ҡатыны һәм улының фотоһын ҡуйған.
Танылған йырсы беҙгә "Тыуған яҡ", " Яңғыҙ миләш", "Әтийемә", "Әйтелмәгән мөхәббәт" һәм башҡа билдәле йырҙары аша таныш. Уның "Туған яҡ" йырын хәҙер республиканан ситтә лә, төрлө милләт вәкилдәре башҡара. Ул үҙенә күрә халыҡ-ара дуҫлыҡ күперенә лә әйләнгән моң. Вәсилә Фәттәхованың йырҙарын Өфө лә, Ҡаҙанда ла берҙәй йылы ҡабул итәләр ине.
Йырсы Өфөлә йәшәп ижад итте, уның ғаиләһе лә Башҡортостанда йәшәй. Вәсилә Фәттәхова башҡаланың көнъяҡ зыяратында ерләнгән. Бөгөн уны хәтергә алыусылар, йәшләй киткән йырсының ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмере, етем ҡалған балалары, ғаиләһе, йырланмаған йырҙары өсөн үкенес белдерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: