Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны Каринэның икенсегә уртаҡ улдары тыуҙы. Атай-әсәй булыу бәхетен кисергән ғаилә бөгөн социаль селтәрҙәрҙә бихисап ҡотлау сәләмдәре ҡабул итә.
Республика кешеләре йәш әсәгә һәм сабыйға сәләмәтлек, уларҙың имен-һау йорттарына ҡайтыуҙарын, яңы тыуған малайҙың ата-инәле, иманлы, бәхетле бала булыуын теләй.
Ҡыҙ бала - илгә биҙәк, ир бала - илгә терәк. Билдәле булыуынса, Хәбировтар ғаиләһендә әле ике ул тәрбиәләнә.
Республика Башлығын һәм уның тормош юлдашының ғүмерҙәрендәге иң сағыу ваҡиғалары менән ҡотлау сәләмдәренә "Башҡортостан ҡыҙы" журналы ла ҡушыла. Именлек- сәләмәтлек, бәхетле тормоштар насип булһын!