+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 12:18

Учалылар беренсе каналды яулай

Учалы ҡалаһынан 10 йәшлек Дарина Хөсәйенова беренсе каналда барған "Иң яҡшыһы" балалар шоуында ҡатнашты. Каратэ буйынса донъя чемпионкаһы ил халҡына үҙенең юғары техник оҫталығын күрһәтә алды.

Учалы ҡалаһынан 10 йәшлек Дарина Хөсәйенова беренсе каналда барған "Иң яҡшыһы" балалар шоуында ҡатнашты. Каратэ буйынса донъя чемпионкаһы ил халҡына үҙенең юғары техник оҫталығын күрһәтә алды.
Дарина Хөсәйенованың атаһы үҙе лә каратэ буйынса тренер. Ул 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға күнекмәләр үткәрә, йәш спортсылар тәрбиәләй. Ә Даринаға килгәндә, ул - мөмкин булған бөтә спорт ярыштарында, хатта халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә ҡатнашып, бихисап урындар яулаған спортсы ҡыҙыҡай. Уның еңеү миҙалдарын һанап бөтөрлөк түгел. Яҡташыбыҙ Грузияла, халыҡ-ара бәйгелә, Рәсәй спортсылары исеменән сығыш яһаған берҙән-бер спортсы булған.
"Иң яҡшыһы" тапшырыуында ла Дарина үҙен бик ҡыйыу тотто һәм уның алып барыусыһы Максим Галкин, тамашасылар менән ихлас аралашты.
Ошоға тиклем дә Учалынан 4 йәшлек Роман Мөслимов был программа ла ҡатнашҡайны. Ул Михаил Лермонтовтың "Бородино" шиғырын яттан һөйләп, тамашасыларҙы хайран иткәйне.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: