-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 11:30

Рәсәй Һөйләшеүҙәр башларға әҙер

Быйыл февралдә Рәсәй менән АҠШ араһындағы стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы өсөнсө килешеү (СНВ-3) үҙ көсөн юғалта.

Быйыл февралдә Рәсәй менән АҠШ араһындағы стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы өсөнсө килешеү (СНВ-3) үҙ көсөн юғалта.
Ваҡыттың ныҡ сикле булыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Владимир Путин стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы килешеүҙе бер йылға төҙөп торорға һәм шул ваҡыт эсендә яңы шарттар буйынса һөйләшеүҙәр алып барырға тәҡдим иткәйне. Ул ваҡыттағы АҠШ Президенты Дональд Трамп администрацияһы килешеүҙе оҙайтыу өсөн өҫтәмә талаптар ҡуйҙы. Америка Ҡушма Штаттарының бөгөнгө етәксеһе Джо Байден СНВ-3 килешеүен оҙайтыу яҡлы.
Килешеү буйынса яҡтар ерҙә, һыу аҫты кәмәләрендә, стратегик бомбардировщиктарҙа урынлаштырылған континет-ара баллистик ракеталар һанын 700-ҙән арттырмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ уларға 1550 боеголовка һәм 800 ракеталарҙы осороу ҡоролмаларын тотоу рөхсәт ителә.
Кремелдең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдереүенсә, Рәсәй Америка менән һөйләшеүҙәр башларға әҙер.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: