Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Президенты янындағы милләт-ара мөнәсәббәттәр буйынса Совет сафына инде.
Был туралағы Указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Советтың рәйесе - Президент үҙе, шулай уҡ уның сафына Рәсәй Президенты хакимиәте етәкселеге вәкилдәре, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, федераль министрлыҡ һәм ведомство, йәмәғәт ойошмаларының милли-мәҙәни автономия етәкселәре, фәнни һәм башҡа ойошма вәкилдәре индерелгән.
Президент янындағы Совет милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса кәңәшләшеү һәм фекер алышыу органы булып тора.