-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 13:56

Хөсәйен Әхмәтов йырҙары яңғыраны

Башҡорт дәүләт филармонияһы залында күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов йырҙары яңғыраны. Филармония оҙаҡ йылдар мәшһүр композиторҙың исемен йөрөтә һәм уның ижади мираҫын һаҡлай. Концертта йырсылар Хөсәйен Әхмәтовтың "Тыуған ауылым", "Ялан батыры" кеүек популяр йырҙарын башҡарҙы.

Концерттың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова әйтеүенсә, ғинуар - композиторҙың тыуған айы. Шул уңайҙан йыл һайын Хөсәйен Әхмәтов йырҙарынан торған концерт ойоштороу идеяһы барлыҡҡа килгән.
- Йырсыларға был сараға ентекле әҙерләнергә тура килде. Сөнки Хөсәйен Әхәмтовтың йырҙары башҡарыу яғынан бик ҡатмарлы. Беҙ уның бер нисә йырына кавер әҙерләргә лә йөрьәт иттек. Концерт тамашасыларға бик оҡшағандыр, тип уйлайым. Уны йылда уҙғарыу ниәте бар.
"Һаҡмар һандуғасы моңо" тигән программала филармонияның күренекле йырсылары Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Искужина, Азамат Тимеров, Дияна Ишниязова, Лилиә Ишемйәрова, башҡа бик күп йырсылар һәм Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге халыҡ ҡоралдары милли оркестры сығыш яһаны.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в