+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 22:26

Дауаханалар аҡрынлап ҡәҙимгесә эшләүгә ҡайта

Коронавирус менән ауырыусылар өсөн республика дауаханаларында булдырылған койкаларҙы февраль аҙағына тиклем аҙайтыу планлаштырыла. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.

Коронавирус менән ауырыусылар өсөн республика дауаханаларында булдырылған койкаларҙы февраль аҙағына тиклем аҙайтыу планлаштырыла. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.
Башҡортостан стационарҙарында йоғошло ауырыуҙарҙан дауаланыусылар өсөн 6 300 койка булдырылғайны. Әле шуларҙың 32 проценты буш. Был иһә ковид-госпиталдәр режимында эшләүсе дауаханаларҙы яйлап ҡәҙимге эш режимына күсереү мөмкинлеген бирә. Йоғошло ауырыуҙар менән сирләүселәр өсөн булдырылған 450 койка 25 ғинуарҙан профиль йүнәлеше буйынса файҙаланыуға ҡайтарыласаҡ. 15 февралгә тиклем ундай койкалар һанын, дөйөм алғанда, 1000-гә кәметеү күҙҙә тотола.
Шулай итеп, дауаханалар аҡрынлап ҡына ҡәҙимгесә эшләүгә күсә бара. “5-се һәм 10-сы дауаханалар ғәҙәти эшкә күсте, медицина ойошмаларын профиль эшмәкәрлеккә сығарыу планы булдырылды. Койкалар эпидемиологик хәлгә ҡарап бушатыласаҡ”, – тине Максим Забелин.
29 ғинуарҙан – БДМУ клиникаһы, 1 февралдән – 10-сы дауахана, 14 февралдән Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ауырыуҙарҙы план буйынса госпитализациялауға әҙер буласаҡ. Шулай уҡ республиканың күп район һәм ҡала дауаханаларында ауырыуҙарҙы профиль буйынса планға ярашлы ҡабул итә башлаясаҡтар.
Фото “Башинформ”дан алынды
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: