+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 19:12

Ауыл ерендә эш асыу өсөн ҙур ярҙам

Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылында йәшәгән Әлфиә менән Дамир Харрасовтар малсылыҡ менән шөғөлләнә. Эш башларға “Агростартап” программаһы ярҙам иткән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылында йәшәгән Әлфиә менән Дамир Харрасовтар малсылыҡ менән шөғөлләнә. Эш башларға “Агростартап” программаһы ярҙам иткән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әлфиә Миңлеәхмәт ҡыҙы өсөн малсылыҡ – яңылыҡ түгел. Ул һауынсы булып эшләгән, шәхси хужалыҡта ла йорт хайуандары аҫрайҙар. Киң мәғлүмәт сараларынан Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған “Агростартап” программаһы тураһында ишеткәс, эре мөгөҙлө мал үрсетеү теләге тыуа, тип яҙа “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендә Айгөл Мөхәмәтдинова. Тормош иптәше ҡаршы булмай.
– Райондың ауыл хужалығы бүлегендә бизнес-план төҙөргә ярҙам иттеләр. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡ эйәһе булараҡ документтар тапшырҙым. Ул мәлдә 24 баш мал, шул иҫәптән һигеҙ һыйырыбыҙ бар ине. Еребеҙ ҙур, ҡуртымға ла алабыҙ. Иң мөһиме – эшләргә теләк булһын, – ти Әлфиә Харрасова.
Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы 2019 йылдың авгусында тапшыра, өс айҙан иһә 2 миллион 700 мең һумлыҡ грант ала. Крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ теркәләләр – был төп шарттарҙың береһе була.
Грант аҡсаһына симменталь тоҡомло 35 башмаҡ алалар.
Үткән йылда Харрасовтар мал башын 60-ҡа еткергән. Ҙур һарай төҙөгәндәр, тағы 69 гектар ерҙе ҡуртымға алырға ниәтләйҙәр. Ғаилә эшенән балалары ла ситтә ҡалмай. Харрасовтарҙың дүрт улы, бер ҡыҙы үҫеп килә.
Һөттө Торонтайыш ауылынан килеп йыйыусыларға тапшыралар. Һыйырҙарҙы Әлфиә үҙе һауа, бының өсөн ике аппарат һатып алғандар.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2 мең 411 кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына йәлеп ителгән. 115 яңы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булдырылған. 2020 йылда 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары “Агростартап” грантын алған, уларҙың дөйөм суммаһы 211,5 миллион һум тәшкил итә.
2021 йылда эшҡыуарҙарға ярҙам саралары “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә дауам итәсәк. “Агростартап” грант ярҙамына 123,7 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: