+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 21:13

Арт-объект булдырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала

“Пластик.NET” проекты буйынса иң яҡшы арт-объект эскизына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сара Волга буйы федераль округында Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды гранты сиктәрендә ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Пластик.NET” проекты буйынса иң яҡшы арт-объект эскизына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сара Волга буйы федераль округында Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды гранты сиктәрендә ойошторола.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Пластик.NET” проекты – студенттарҙың иғтибарын экология һәм экологик мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеү буйынса уникаль сара. Ул “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Конкурсты Өфө дәүләт нефть техник университетының “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ ҡулланыу” кафедраһы БР “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” йәштәр инициативаларын үҫтереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә үткәрә.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр пластик шешә һәм башҡа әйберҙәрҙе сүп һауытына түгел, махсус контейнерға йыйып бара. Һуңынан йыйылған пластик иҫәпләнә, эксперттар менән эскиз раҫлана. Февралдә финал этабы үтә. Артабан пластик эшкәртелеп, 2021 йылда университет биләмәһендә арт-объект эшләнә.
– Икенсел сеймалдан арт-объект эскизын булдырыуҙа барыһын да ҡатнашырға саҡырабыҙ, – ти “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ ҡулланыу” кафедраһы мөдире Ирэн Туҡтарова.
Ғаризалар 17 февралгә тиклем [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Ул PDF (А4) форматында ҡабул ителә. Һөҙөмтәләр 22 февралдә билдәле буласаҡ.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: