+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
22 Ғинуар 2021, 12:38
Йылды эшлекле башлай
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 22 ғинуарҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ҡоролтайҙың 2021 йылға эш пландары хаҡында матбуғат конференцияһы уҙғара. Уның сиктәрендә шулай уҡ масс-медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм уның бөгөнгөһөн популярлаштырған проект авторҙары - журналистар тәбрикләнәсәк.

Матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум етәксеһе Эльвира Айытҡолова һәм тел, тарих өлкәһендә эшләгән ғалимдарҙарҙың, белгестәрҙең сығышы көтөлә.
Ҡоролтай йылды - Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Шул уңайҙан байтаҡ саралар планлаштырылған.
Башҡорт телендә яҙған журналистарҙың конкурсы 2020 йылдың декабрь айында иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты - киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле контентын арттырыу, туған телгә иғтибар йүнәлтеү. Йомғаҡтар һәр ай һайын билдәләнеп, баһалама ағзалары 5 еңеүсене һайлап аласаҡ. Улар 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Матбуғат конференцияһы 22 ғинуарҙа, 15 сәғәттә башлана.
Автор:
Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас:
Беҙ – Телеграмда!
Дуҫтар, беҙҙең Телеграм-каналға рәхим итегеҙ: https://t.me/bashkizi
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять