Михаил Бабич Башҡортосан халҡына 2011 – 2018 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булараҡ билдәле.
Артабан ул Рәсәйҙең Белоруссиялағы илсеһе вазифаһына тәғәйенләнә. 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад үҫеше министры урынбаҫары урынын биләй.
20 ғинуарҙа Президент Владимир Путин үҙенең указы менән Михаил Бабичты Хәрби-техник хеҙмәттәшлек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Икенсе указы менән уға генерал-майор хәрби званиеһы бирҙе. Указдар менән хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.