Тынсыу һауа вируслы ауырыуҙар, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһын йоҡтороу ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Һауа бысраҡ икән, ундай сирҙәрҙе үткәреү ҙә ауырлаша. Был турала Sputnik радиоһына биргән интервьюһында аллерголог-иммунолог Владимир Болибок әйтеп үтте.
“Коронавирус үпкәләргә ҙур зыян килтерә. Һауала кислород ни тиклем күберәк булһа, вируслы инфекцияларҙы, шул иҫәптән коронавирус сирен үткәреү шул тиклем еңелерәк”, – ти ул.
Шуға күрә табип һулаған һауабыҙҙың таҙалығына айырым иғтибар бирергә, бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтергә кәңәш итә. Бигерәк тә ул йоҡо бүлмәләрендә саңды йыш һөртөү, һауа алмаштырып тороу кәрәклеген билдәләй.