+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 19:23

Урман хужалығы министрлығы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Республика биләмәһендә урмандарҙы һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә ниндәй уңыштар бар? “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу төбәккә нимә бирә? Урман хужалығы өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләр нисек хәл ителә? Онлайн-брифингта БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ошо һорауҙарға яуап бирҙе.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республика биләмәһендә урмандарҙы һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә ниндәй уңыштар бар? “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу төбәккә нимә бирә? Урман хужалығы өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләр нисек хәл ителә? Онлайн-брифингта БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, 2,8 миллион кубометр ағас әҙерләнгән, был былтырғыға ҡарағанда саҡ ҡына аҙыраҡ. Уның 50 процент күләме ҡуртымсыларға тура килә, 20 проценты халыҡҡа бирелә, 15 проценты ҡыҫҡа ваҡытлы аукциондарға, башлыса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына тапшырыла.
Урманды ҡулланыу башлыса ағас әҙерләүҙән тора. Дөйөм күләме 3,4 миллион кубометр ағас әҙерләү өсөн 1366 мең гектар майҙанда 218 ҡуртым килешеүе төҙөлгән. Бынан тыш, урман участкалары рекреация, ауыл хужалығы, һунар һәм башҡа эшмәкәрлек алып барыу өсөн дә бүленә.
– Урман культуралары эштәрен беҙ “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрәбеҙ. Уны бойомға ашырыуға 2020 йылда федераль бюджеттан 211,2 миллион һум аҡса бүленде. Был Волга яны федераль округы буйынса – беренсе, Рәсәй буйынса икенсе күрһәткес. 2021 йылда федераль проект сараларын тормошҡа ашырыуға 162,3 миллион һум ҡаралған, – ти Марат Шәрәфетдинов.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: