+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 16:15

Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡаты хөкөм сығарылды

Кисә Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды 2019 йылдың октябрь айында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата суд ҡарары сығарҙы.

Кисә Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды 2019 йылдың октябрь айында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата суд ҡарары сығарҙы.
Үлемесле енәйәте ҡот осҡос фажиғәгә алып килгән һалдаттың эшен присяжныйҙар ҡараған. Улар, Шәмсетдиновтың кеше үлтереүҙә ғәйепле булыуын билдәләп, шул уҡ ваҡытта уға мәрхәмәтлек күрһәтеү ҙә урынлы, тип тапҡан. Сөнки һалдат – уставҡа ҡаршы килгән мөсәсәбәт ҡорбаны, ул үҙен йәберләүселәрҙән шулай мәрхәмәтһеҙ үс алған.
Һигеҙ кешенең ғүмерен ҡыйған элекке һалдатты суд 24,5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатырға, тигән ҡарар сығарған. Шулай уҡ ул зыян күреүселәрҙең туғандарына 9,8 миллион һум компенсация түләргә тейеш. Өлкән лейтенант Пьянковтың яҡындарына – 1,3 миллион һум, башҡаларға – 1,5-әр миллион һум бирергә тейеш.
Яраланған һалдаттар ҙа компенсация алыу хоҡуғына эйә: Евгений Графов һәм Владислав Шпакка 1,2-шәр миллион һум түләү ҡаралған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: