+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 13:01

Мин - профессионал

“Мин - профессионал” Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы тамамланды. “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының проекттарының береһе илдең Фән һәм юғары уҡыу йорто министрлығы яҡлауы аҫтында үткәрелә.

Олимпиаданың йомғаҡлау этабына 29 мең 263 ҡатнашыусы сыҡҡан. Шуларҙан 500 кеше - Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттар. Быйыл ул тәүге тапҡыр онлайн-платформала үтә. Был хаҡта олимпиада етәксеһе Валерия Касамара белдергән.
Башҡортостан студенттары “Юриспруденция”( 62 финалға сығыусы), “Дауалау эше һәм педиатрия” (37 кеше), “Экология”(25), “Психология”(22), “Материалдар һәм уларҙы ҡулланыу технологияһын өйрәнеүсе” фән буйынса (26) еңеүселәр иҫәбендә.
Финалист-вуздар араһында БДУ-нан - 168, Өфө дәүләт авиация университетынан - 100 кеше, нефть-техник юғары уҡыу йортонан 93 студент ҡатнашҡан. Еңеүселәр магистратураға, ординатура, аспирантураға ингәндә льготалар менән файҙалана ала һәм эре тармаҡлы компанияла стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә. Алтын, көмөш һәм бронза миҙал алыусылар иһә өҫтәмә бонустарға эйә була. Уның күләме 100 меңдән 300 мең һумғаса.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: