-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 18:40

Мәғлүмәттәр ни хаҡында һөйләй?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 22 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 22 738. Тәүлек эсендә сир 168 сырхауҙа асыҡланған.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 22 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 22 738. Тәүлек эсендә сир 168 сырхауҙа асыҡланған.
Әлеге мәлдә 5 337 яҡташыбыҙ коронавирустан дауалана. Ковид-госпиталдәрҙә ятыусылар – 659. 4 678 ауырыу участка табибы тәғәйенләгән дауаны өйөндә ала.
Аҙаҡҡы 24 сәғәттә шәфҡәтһеҙ инфекциянан 41 кеше сәләмәтләнгән. Вирус тарала башлағандан бирле унан һауығыусылар – 17 230.
Мәкерле сир ҡорбандарының арта барыуы бик үкенесле. Һуңғы тәүлектә инфекция тағы ике ауырыуҙың ғүмерен өҙгән. Республикала коронавирустан вафат булыусыларҙың дөйөм һаны – 171.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, кисәле-бөгөнлө был ауырыу 216 яҡташыбыҙҙы аяҡтан йыҡҡан, унан һауығыусылар – 127.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: