+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 13:15

Фура менән юл-транспорт ваҡиғаһында ике өлкән кеше һәм ике бала һәләк булған

Башҡортостанда 22 ғинуарҙа иртән трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостанда 22 ғинуарҙа иртән трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 Һамар – Өфө — Силәбе автомобиль юлының 1483-сө саҡрымында Volkswagen Polo һәм Mercedes йөк машинаһы бәрелешкән.
Ҡот осҡос аварияла еңел автомобилдәге дүрт кешенең: рулдә ултырған ҡатынтың, ирҙең һәм ике баланың ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, машиналар маңлайға маңлай төкөшкән.
Мәғлүмәт аныҡлана, урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: