-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 19:50

Башҡорт телендәге проекттарға грант яҡлауы!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөгөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе һәм 2021 йылға эш планы менән таныштырҙы. Шулай уҡ башҡорт телен пропагандалаған һәм ижад иткән журналистарға, социаль селтәрҙәрҙә яҙған блогерҙарға 10 мең һумлыҡ грант тапшырҙы. Конференцияла ҡоролтайҙың Президиум етәксеһе Эльвира Айытҡолова, билдәле ғалимдар һәм тел белгестәре сығыш яһаны.

Ҡоролтай 2021 йылды- башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Шул уңайҙан Башҡортостандың милли архивының бүлек начальнигы, журналист, тарихсы Азат Ярмуллин быйыл үтәсәк тарихи сараларға байҡау яһаны. 2021 йылда “Шайморатов вариҫтары” тигән проект, күренекле комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға , Ырымбурҙағы Карауанһарайҙың 175 йыллығына һәм башҡа сараларға арналған, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.
Матбуғат конференцияһының тантаналы өлөшөндә башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, традицияларыбыҙҙы пропагандалауға үҙ көсөн индергән, әсә телендә ижад иткән журналистар, блогерҙар конкурсының йомғаҡтарын иғлан итте. Билдәле булыуынса, журналистарҙың конкурсы былтыр декабрь айында иғлан ителгәйне. Унда 38 эш ҡабул ителгән, ни бары 5 еңеүсе һайлап алынған. Еңеүселәр рәтендә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының ике телдә лә оператив, уңышлы эшләгән хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева, Пермь крайы Барҙы районынан крайҙы өйрәнеүсе Альберт Мәхмүтов, “Тәтешле хәбәрҙәре” гәзитенең баш мөхәррире Рәфит Фәйзрахманов, Өфөләге “ Мәскәү шаңдауы” радиостанцияһының алып барыусыһы, “Башҡортса һөйләш” проектының авторы Руслан Вәлиев һәм социаль селтәрҙә билдәһеҙ исем менән эшләгән “Серле хәстрүш” блогының авторы тәбрикләнде.
Пермь крайы вәкиле Альберт Мәхмүтов ғәйнә башҡорттары исеменән сығыш яһап, үҙ рәхмәтен белдерҙе һәм артабан башҡорт мәҙәниәтен, милли костюмдарын пропагандалауҙа үҙ өлөшөн индерәсәген билдәләне.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в