+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 11:55

Полилингваль мәктәптәрҙең үҫешенә булышлыҡ итә

“Балаларға белем биреүҙе яҡлау һәм үҫтереү фонды”н ойоштороусы Миңзәлә Ишморатова “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында тел өйрәнеүҙең әһәмиәте, фонд алып барған эшмәкәрлек, башҡа ҡалала йәшәп тә, тыуған төйәгең өсөн файҙа килтереү тураһында һөйләне.

“Балаларға белем биреүҙе яҡлау һәм үҫтереү фонды”н ойоштороусы Миңзәлә Ишморатова “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында тел өйрәнеүҙең әһәмиәте, фонд алып барған эшмәкәрлек, башҡа ҡалала йәшәп тә, тыуған төйәгең өсөн файҙа килтереү тураһында һөйләне.
Әңгәмә менән тулыһынса https://www.bashinform.ru/detalno/1548181/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Сәнғәт, мәғариф һәм энергетика тармаҡтарына ҡағылышлы проекттарҙы яҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ иткән фонд 2016 йылда эшләй башлай. Быйыл ул полилингваль белем биреү “Мәктәп инновациялары” проекты менән Республика Башлығы гранды өсөн конкурс еңеүселәре исемлегенә ингән.
Билдәлеү булыуынса, Башҡортостанда күп профилле полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү концепцияһы ҡабул ителгән. Төбәк башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, Өфөлә (ике) һәм Стәрлетамаҡта - йәмғеһе өс мәктәп асылды. Яҡын арала ошондай белем усаҡтары Нефтекамала, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында эшләй башлаясаҡ. 2024 йылға тиклем полилингваль мәктәптәрҙе 15-кә еткереү бурысы ҡуйылған.
“Полилингваль мәктәптәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеү фонд өсөн оҙайлы йылдарға иҫәпләнгән йүнәлеш буласаҡ тип уйлайым. Былтыр ноябрҙә фонд иҫәбенә “Башҡортостандың полилингваль мәктәптәре: үҫеш векторы” тип аталған сара ойошторҙоҡ. Унда әлеге белем усаҡтарының директорҙары, төрлө фән уҡытыусылары, шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре ҡатнашты. Уларҙан бик яҡшы баһа алдыҡ”, - ти Миңзәлә Ишморатова.
Читайте нас: