+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 11:35

Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ арабыҙҙан китте

Мәкерле сир тағы бер ир уҙаманын, Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Николай Тимофеевич Антошкинды арабыҙҙан алып китте.

Мәкерле сир тағы бер ир уҙаманын, Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Николай Тимофеевич Антошкинды арабыҙҙан алып китте.
Николай Антошкин 1942 йылда Федоровка районы Кузьминка ауылында донъяға килә. Хәрби летчик була, генерал-полковник, Чернобыль атом станцияһы аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була.
Герой яҡташыбыҙ Мытищилағы Федераль хәрби зыярата ерләнде. Бәхилләшеү сараһында Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһындағы коллегалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте исеменән вице-премьер Ирек Сәғитов ҡайғы уртаҡлашты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: