+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 22:22

Балалар ижады бәйгеһе үткәрелә

А.Э.Тюлькин исемендәге ХV Халыҡ-ара балалар ижады конкурсында балалар художество мәктәптәрендә, балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең художество бүлектәрендә, сәнғәт студияларында шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

А.Э.Тюлькин исемендәге ХV Халыҡ-ара балалар ижады конкурсында балалар художество мәктәптәрендә, балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең художество бүлектәрендә, сәнғәт студияларында шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Конкурс ике этапта үтә. Тәүге һайлап алыу этабында ситтән тороп ҡатнашалар. 10 мартттан алып 10 апрелгә тиклем эштәрҙең фотоһын Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбенең электрон почтаһына ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: [email protected].
Икенсе халыҡ-ара этапта ҡатнашыу өсөн һайлап алыу этабын үткән эштәр Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбенә ебәрелә. Уның адресы: 450001, Өфө ҡалаһы, Бабушкин урамы, 25 ( 450001, г. Уфа, ул. Бабушкина, д. 25, МБУДО ДХШ № 2 ГО г.Уфа РБ).
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иң яҡшы конкурс эштәре экспозицияһы 30 августа Өфө художество галереяһында асыласаҡ. Күргәҙмә 12 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Балалар сәнғәте бәйгеһе “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә үткәрелә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: