-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 20:59

58 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр

Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 802 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. 58 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр. Өйҙә дауаланыусылар – 4 410.

Республика стационарҙарында әлеге мәлдә 802 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Табиптар интенсив терапия бүлегендәге 58 сырхауҙың хәлен ауыр тип баһалай һәм уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көсөн һала. Өйҙә дауаланыусылар – 4 410.
21 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы, дөйөм алғанда, 22 570 кешелә раҫланған. Тәүлек эсендә яңы 167 ауырыу өҫтәлгән.
Аҙаҡҡы тәүлектә 282 яҡташыбыҙ, коронавирустан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып был сирҙе еңеүселәр – 17 189.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ковид ҡорбандары бер тәүлектә икәүгә артҡан, яһил ауырыуҙан вафат булыусылар хәҙер 169 булып китте.
Дауахананан тыш пневмония хаҡындағы һуңғы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 215 сырхауға ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 179.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: