+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 11:05

Тағы авария һәм ҡорбандар

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Кисә Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө автомобиль юлының 62-се саҡрымында «Дэу Нексия» һәм «Фольксваген Джетта» автомобилдәре төкөшкән.

Фажиғәлә «Нексия»ның 51 йәшлек водителе һәләк булған, биш кеше йәрәхәтләнгән. Башҡортостандың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «Фольксваген» водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Дэу» менән бәрелешкән. Машиналағы 66 һәм 24 йәшлек пассажирҙар, «Нексия»нан тағы ике пассажир дауаханаға оҙатылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: