+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
20 Ғинуар 2021, 15:09
"Өс таған"ды март айында көтөп ҡалабыҙ
Режиссер Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмы яҙ айында киң прокатҡа сыға. Тамашасылар уны 4 марттан Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарай аласаҡ. Ошо хаҡта фильмдың режиссеры социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

"Өс таған" фильмы - Мостай Кәрим әҫәре буйынса күптән төшөрөлгән картина. Уның исем туйы пандемияға бәйле билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем кисектерелгәйне. Фильм, ниһайәт, тамашасылар хөкөмөнә сығарыла.
- Ике йыл дауамында фильм өҫтөндә 50-ән ашыу кеше эшләне. Картина сифатлы тауышлы буласаҡ. Шулай уҡ төшөрөү оҫталығын да юғары баһалайым. Картинаға һалынған музыка ла IMAX залында күрһәтеүгә ярай, - тип яҙа Айнур Асҡаров.
Автор:
Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас:
Беҙ – Телеграмда!
Дуҫтар, беҙҙең Телеграм-каналға рәхим итегеҙ: https://t.me/bashkizi
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять