-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 18:58

Музейҙа ла онлайн йөрөргә була

2020 йылда “Артефакт” платформаһына 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда мөһим тарихи экспонаттар һәм сәнғәт әҫәрҙәре күрһәтелгән. Рәсәйҙең 48 төбәгендәге өс меңдән ашыу музей экспонаты тасуирламаһы буйынса ҙур эштәр һөҙөмтәһе ул.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2020 йылда “Артефакт” платформаһына 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда мөһим тарихи экспонаттар һәм сәнғәт әҫәрҙәре күрһәтелгән. Рәсәйҙең 48 төбәгендәге өс меңдән ашыу музей экспонаты тасуирламаһы буйынса ҙур эштәр һөҙөмтәһе ул.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, платформала күрһәтелгән коллекциялар араһында Башҡортостандың музейҙары экспозициялары һәм күргәҙмә проекттары буйынса мультимедиа-гидтар ҙа бар. Туймазы районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – “Этнография залы”, Дүртөйлө районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – “Дүртөйлө төбәгенең тәбиғәте һәм тарихы”, Бәләбәй районы Надеждино ауылы Аксаковтар ғаиләһе музейы – “Аксаковтар ғаиләһе музейының ҙур ҡунаҡ бүлмәһе” тәҡдим иткән, “Башҡортостан Республикаһы милли музейы экспозициялары” бар. 2019 йылда Башҡортостан республика Хәрби Дан музейы һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ла ошо эште башҡарғайны.
Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Мәғлүмәт һәм һанлы үҫеш департаменты директоры Вадим Ваньков мәҙәниәт ойошмаларына “Мәҙәниәт” милли проектында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Платформала һирәк осрай торған музей экспонаттары: көнкүреш әйберҙәре, раритет ҡорал, коллекцион китаптар, археологик ҡаҙылмалар һәм билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Зәргәр сәнғәте оҫталары, халыҡ промыслалары традицияларын һаҡлаусылар тураһында ла белергә була. Биографик күргәҙмә проекттары билдәле мәҙәниәт, тарих, сәнғәт әһелдәре тураһында һөйләй.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: