+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 20:44

“Ковидҡа ҡаршы” паспорт күпме ваҡытҡа бирелә?

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "ковидҡа ҡаршы" паспорттар хаҡында аңлатма бирә.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "ковидҡа ҡаршы" паспорттар хаҡында аңлатма бирә.
“Ковидҡа ҡаршы” паспорт – Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта автоматик рәүештә булдырыласаҡ QR-код. Уны вакцинация үтеп, шул хаҡтағы мәғлүмәттәр һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм мәғлүмәт системаһына индерелгәндән һуң алырға мөмкин. Был паспорт шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы антиесемдәр кимәлен асыҡлаусы тест тапшырыусыларға ла (ул хаҡтағы мәғлүмәт тә берҙәм системаға индерелә) бирелә.
Антиесемдәргә анализ дәүләт гарантиялары программаһында ҡаралмаған, Мотлаҡ медицина страховкалауынан йәки дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә республика бюджетынан түләнеүсе хеҙмәттәр исемлегенә индерелмәгән, тип билдәләнә. Шуға күрә был тикшереү өсөн республикала йәшәүселәр үҙҙәре йәки уларҙың эш биреүсе ойошмаһы түләй.
"Ковидҡа ҡаршы" паспортты йәмәғәт урындарында күрһәтергә мөмкин, уның ярҙамында социаль дистанция талаптары күҙәтелмәгән урындарға инергә була. Бынан тыш, паспорт эйәләренә сауҙа селтәрҙәрендә, фитнес-клубтарҙа ташламалар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта битлек кейеү, ҡулдарҙы вирусҡа ҡаршы саралар менән эшкәртеп йөрөү мотлаҡ.
Әгәр һеҙ прививка яһатһағыҙ, "ковидҡа ҡаршы” паспорт йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ. Коронавирус сирен үткәреүселәргә иһә документ өс айға бирелә – әгәр антиесемдәр кимәле 10 берәмектән күберәк булһа. Күрһәткестәр унан түбән икән, һеҙгә вакцинация үтергә тәҡдим итәсәктәр, сөнки антиесемдәрҙең ундай кимәле коронавирустан һаҡламай.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтындағы яҙма буйынса әҙерләнде.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: