+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 12:34

Иң сибәр спортсы

Япон баҫмаларының береһе фигуралы шыуыусы Алина Заһитованы донъяның иң сибәр спортсыһы тип атаған. Эксперттар уның социаль селтәрҙәргә ҡуйылған фотоларынан сығып шундай баһаға килгән.

Япон баҫмаларының береһе фигуралы шыуыусы Алина Заһитованы донъяның иң сибәр спортсыһы тип атаған. Эксперттар уның социаль селтәрҙәргә ҡуйылған фотоларынан сығып шундай баһаға килгән.
Йәш ҡыҙҙың ҡара төҫтәге, киске кейемдәге нәзәкәтле образы, белгестәр фекеренсә, сибәрлек эталоны тип табылған.
18 йәшлек Алина Заһитова әле үҙен яңы өлкәлә табырға ынтыла. Ул беренсе каналда барған "Боҙлоҡ дәүере" шоу-программаһын алып бара башланы. Уның партнеры - шулай уҡ билдәле спортсы Алексей Ягудин.
Алинаның яңы амплуаһын күргән белгестәр ҡыҙҙың ҙур спорттан китеүен дә фаразлаған һымаҡ. Сөнки ул ошо программа арҡаһында, фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй Кубогы этабына килә алмаған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: