-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 12:09

Даян Мурзинға -100 йәш

Чехословакияның милли геройы, яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Даян Мурзинға бөгөн 100 йыл тулған булыр ине. Даян Баян ул Башҡортостанда тыуып үҫкән, һуғыш йылдарында яраланып, партизан отрядына эләгә.

Чехословакияның милли геройы, яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Даян Мурзинға бөгөн 100 йыл тулған булыр ине. Даян Баян ул Башҡортостанда тыуып үҫкән, һуғыш йылдарында яраланып, партизан отрядына эләгә.
Шул осорҙан башлана инде яугирҙың данлы ла, шанлы ла яу юлы. Яраланғандан һуң үҙ полкынан артта ҡалған Даян Мурзин, уларҙы ҡыуып барғанда, Белоруссия биләмәләрендә эш иткән "Тыуған ил өсөн" партизан отрядына барып эләгә. 1942 йылда үҙе лә Украинала, һуңынан Молдова биләмәләрендә партизан отрядтары ойоштора. 1944 йылда Мурзинды Чехословакияға ебәрәләр, башта ул штаб начальнигы, аҙаҡтан Яна Жижки исемендәге билдәле интернациональ партизан бригадаһының командиры булып китә.
- Партизан бригадаһы биш отрядтан тора ине. Унда йәмғеһе 2 мең кеше берләште. Миңә ни бары 23 йәш. Шуға ла олораҡ күренеү өсөн һаҡал ебәрергә кәңәш иттеләр. Һуңынан ошо һаҡалым өсөн миңә "ҡара генерал" тигән ҡушамат таҡтылар, - тип хәтерләгән Даян Мурзин. Был турала китап та донья күргән.
Даян Мурзин һәм уның ҡатыны Надежданың яуҙа яралған мөхәббәте хаҡында "Башҡортостан ҡыҙы" журналында ла Чехословакияла йәшәгән яҡташыбыҙ Миләүшә Годбодьтың мәҡәләһе донъя күрҙе. Ул журналдың былтырғы 5-се май һанында баҫылды.
Даян Мурзин һуғыштан һуң Башҡортостанға ҡайта һәм ғүмеренең ахырына тиклем тыуған республикаһында йәшәй. Хоҙай уға оҙон ғүмер бирә. Даян Баян улы 2012 йылда вафат булды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: