-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 19:24

“Ауыл ипотекаһы” уңышлы эшләй

“Ауыл ипотекаһы” программаһы бер йыл элек башланғыс алды. 2020 йылда программа буйынса биш миллиард һумлыҡ 2,4 мең льготалы ипотека кредиты бирелгән.

“Ауыл ипотекаһы” программаһы бер йыл элек башланғыс алды. 2020 йылда программа буйынса биш миллиард һумлыҡ 2,4 мең льготалы ипотека кредиты бирелгән.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн ставка 0,1 проценттан башлана, ҡалғандар өсөн 3 процентҡа тиклем тәшкил итә.
“Беҙҙең ауыл ипотекаһы программаһы кредиттар биреү һаны һәм бирелгән аҡсалар күләме буйынса илдә иң уңышлыһы булып сыҡты”, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Программа менән ҡулланыусыларҙың күбеһе – балалары булған 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр. Улар йышыраҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Яңауыл райондарында учаскалары булған өйҙәр һайлаған. “Хәҙер беҙҙең бурыс – был поселоктарҙа йәшәүселәргә эшләүе һәм йәшәүе уңайлы булһын өсөн инфраструктураны үҫтереү”, – ти Радий Хәбиров.
“Ауыл ипотекаһы” буйынса барлыҡ мәғлүмәтте төп операторҙың – “Россельхозбанк”тың сайтында ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин: www.rshb.ru. Шулай уҡ күп каналлы телефонға шылтыратырға була: 88001000100.
Фото – “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: