+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 18:44

Ҡара генералға арналған саралар

Бөгөн данлыҡлы партизан Даян Мурзиндың 100 йыллығы уңайынан тыуған яғы Баҡалы һәм Кушнаренко райондарында тантаналы саралар үтте. Ҡара генерал белем алған төбәк - Кушнаренконың күп тармаҡлы педагогия колледжы бинаһында мемориаль таҡтаташ асылды, ә Баҡалы районының Әхмән ауылындағы Д. Мурзин исемендәге музейҙа тантаналы митинг үтте.

Кушнаренко районындағы педучилище Даян Муризиндың исемен йөрөтә.
- Тарихта шундай шәхестәр бар. Улар хаҡындағы иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә һаҡлана. Колледж бинаһына таҡтаташ ҡуйыу, унда белем алған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү өсөн мөһим роль уйнай. Даян Мурзиндың ил алдындағы хәрби батырлығын онотоу мөмкин түгел. Гитлерҙың шәхси дошманы, Чехословакия ерендә 4 мең фашист һалдатын, 60 тимер юлы составын юҡ иткән яугир ошо илдең милли геройы дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән , - тине Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин. Ул шулай уҡ студенттарға Даян Мурзин хаҡындағы иҫтәлектәрҙе уҡып сығырға кәңәш итте.
Даян Мурзин үҙе иҫән сағында Кушнаренко районына бер-нисә тапҡыр килеп китә.
-Ул ваҡытта закон буйынса иҫән кешенең исемен урамға биреү йә таҡтаташ асыу мөмкин түгел ине. Беҙ 2005 йылдан был эш менән шөғөлләнә башланыҡ. Бер-нисә тапҡыр комиссияға хат яҙҙыҡ. Тик 2019 йылда ғына Даян Мурзиндың исемен училищеға биреү хаҡында рөхсәт алдыҡ. Беҙ хәҙер үҙебеҙҙе тулы хоҡуҡлы Мурзин вариҫтары тип әйтә алабыҙ, - тине педучилище директоры Венер Әхмәров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: