+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 11:15

22 ғинуарҙа Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була

22 ғинуарҙа Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була.

22 ғинуарҙа Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыуы онлайн-дискуссия форматында уҙғарыла һәм Мәғариф министрлығының YouTube-каналында, министрлыҡтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә.
Сараның модераторы – педагогия фәндәре докторы, профессор Раил Әсәҙуллин. Министр менән һөйләшеүҙә ата-әсәләр берләшмәһе һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрына һорауҙы бер нисә ысул менән 21 ғинуарға тиклем бирергә мөмкин:
– электрон почта адресына: [email protected] ;
– Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәре аша;
– Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советының социаль селтәрҙәре аша.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: