Пандемия башланғандан алып 19 ғинуарға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар 22 235 тәшкил итә. Тәүлек эсендә сир 167 ауырыуҙа асыҡланған.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 834 сырхау ковид вирусына ҡаршы алыша. 56-һы ауыр хәлдә, 17-һе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреүсе 4 492 яҡташыбыҙ өйөндә дауалана.
Аҙаҡҡы тәүлектә, шәфҡәтһеҙ ауырыуҙы еңеп, дауахананан сығыусылар – 173. Республикала унан барлығы 16 743 кеше һауыҡҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҙаҡҡы тәүлектә коронавирустан донъя ҡуйыусылар булмауын билдәләй.
Министрлыҡта шулай уҡ дауахананан тыш пневмония диагнозы кисәле-бөгөнлө 248 ауырыуға ҡуйылыуы, 176 кеше, унан сәләмәтләнеп, стационарҙан ҡайтыуы хаҡында ла әйтеп үттеләр.