-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 11:05

Ҡарабах һуғышының әсирҙәре аныҡлана

Орудиелар канонадаһы туҡтау менән генә тамамланмай һуғыш. Тыныс тормош ҡорбандарҙың аҙаҡҡыһы ерләнгәндән, бөтә әсирҙәр ҙә үҙ йортона ҡайтҡандан һәм яу яралары уңалғандан һуң ғына башлана.

Орудиелар канонадаһы туҡтау менән генә тамамланмай һуғыш. Тыныс тормош ҡорбандарҙың аҙаҡҡыһы ерләнгәндән, бөтә әсирҙәр ҙә үҙ йортона ҡайтҡандан һәм яу яралары уңалғандан һуң ғына башлана.
Таулы Ҡарабахта һуғыш Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев һәм Әрмәнстан премьер-министры Никола Пашинян 2020 йылдың 10 ноябрендә ҡул ҡуйған килешеү нигеҙендә туҡтағайны. Бөгөнгө көнгә тиклем әсир төшкән һалдаттарҙың барыһы ла ҡайтарылмаған. Йыл йомғаҡтары буйынса биргән матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең Сит илдәр эштәре буйынса министры Сергей Лавров, әле Әжербайжан менән Әрмәнстан яғы әсирҙәр исемлеген аныҡлай, дәүләт башлыҡтарының үҙ өҫтәренә алған йөкләмәһенә ярашлы, улар тулыһынса үҙ илдәренә ҡайтарылырға тейеш, тип белдерҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: