+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 01:13

2,4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән

Үткән йылда Башҡортостанда ауыл хужалығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2,4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үткән йылда Башҡортостанда ауыл хужалығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2,4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был “Фермерлыҡҡа ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышында БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков белдереүенсә, был һан план буйынса күрһәткестән 12,6 процентҡа артыҡ. БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов алып барған ултырышта 2020 йылда төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләре хаҡында һорауҙар ҡаралған.
2020 йылда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 266 миллион һум, шул иҫәптән “Агростартап” грантына – 211,5 миллион һум, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына алынған техника, ҡорамалдар, пайсыларҙан алып реализацияға сығарған продукция өсөн сығымдарҙың бер өлөшөнә субсидияға – 49,4 миллион һум, ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендә компетенциялар үҙәгенә субсидия биреүгә 5,1 миллион һум, дәүләт ярҙамы ҡаралған. Бар аҡсалар ҙа тулы күләмдә үҙләштерелгән.
Ирек Сураков әйтеүенсә, үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса гранттар алыусылар тарафынан 161 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Шулай уҡ ул 2021 йылда “Фермерлыҡҡа ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты туҡтатылыуы хаҡында хәбәр итә. Ярҙам саралары “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты составында дауам итә. 2021 йылда сараларҙы бойомға ашырыуға 281,9 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: