+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 23:55

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы 28 ғинуарға тиклем һаҡлана.
Указ республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге рәсми спорт ярыштарын үткәреүҙе рөхсәт итә, әммә асыҡ һауала стадиондар тулылығы 50 проценттан, бина эсендә 30 проценттан артмауы шарт.
Бынан тыш, 18 ғинуарҙан Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, Мәғариф һәм фән министрлығының изоляция шарттарында эшләүсе учреждениелары ҡәҙимге эш режимына күсә башларға тейеш. Әлбиттә, уларҙың санитария-эпидемиология ҡағиҙәләрен күҙәтеүе мотлаҡ.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: