+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 13:29

Рәсәй Президенты грантына лайыҡ проект

Татарстандың милли-мәҙәни башҡорттар автономияһы - Башҡорттар ҡоролтайы (конгресс) проекты Рәсәй Президентының грантына эйә булды. "Һау этноSTYLE" тигән социаль проект бер нисә сараны үҙ эсенә алған.

Татарстандың милли-мәҙәни башҡорттар автономияһы - Башҡорттар ҡоролтайы (конгресс) проекты Рәсәй Президентының грантына эйә булды. "Һау этноSTYLE" тигән социаль проект бер нисә сараны үҙ эсенә алған.
Был социаль проект сиктәрендә "Милли һаулыҡ - традициялар һәм бөгөнгө заман" тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙасаҡ. Унда спорт фестивалдәре, ижади конкурстар, спорттың этник төрө буйынса оҫтаханалар, йәштәрҙә һау-сәләмәт тормошто пропагандалау, хәрби-техник спорт эстафеталары, милли уйындар менән йәштәр байрамдары һәм башҡа саралар планлаштырылған.
Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, проект, Рәсәй халыҡтары традцияларына таянып, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.
- Милли-мәҙәни автономияларҙың ниндәйен генә алһаҡ та, улар бер халыҡтың мәнфәғәте өсөн генә эшләмәй. Ә этномәҙәни төрлөлөктө үҫтереүгә һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә үҙ өлөшөн индерә. Был иһә - дәүләттең өҫтөнлөклө сәйәсәттәренең береһе.
Татарстандың милли-мәҙәни башҡорттар автономияһы етәксеһе Ғәли Хәсәнов билдәләүенсә, проект Түбәнге Кама ҡалаһы биләмәләрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
- Урындағы башҡорттар автономияһы 20 йыл дауамында Татарстанда йәшәүсе башҡорттарҙың йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса ҙур эштәр башҡара. Беҙ төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Хәҙер барыбыҙ ҙа башҡорттарҙың милли-мәҙәни федераль автономияһына берләштек. Берҙәмлектә көслөбөҙ.
Татарстан Республикаһының милли-мәҙәни башҡорттар автономияһы - Башҡорттар ҡоролтайы(конгресс) Рәсәй башҡорттары һәм башҡорттарҙың милли-мәҙәни федераль автономия сафына ингән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: