+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 18:20

Ғәли Соҡоройҙың мираҫын өйрәнеү дауам итә

Республиканың милли музейында "Ирәкте башҡорттары мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы" тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Уның эшендә Башҡортостан Фәндәр Академияһы ғалимдары, Башҡортостан крайҙы өйрәнеүселәр төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Республиканың милли музейында "Ирәкте башҡорттары мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы" тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Уның эшендә башҡортостан Фәндәр Академияһы ғалимдары, "Башҡортостан крайҙы өйрәнеүселәре" төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Ғәли Соҡорой XIX быуаттағы билдәле тарихи шәхес. Уның тормошо һәм ижады мәғрифәтселек эше менән бәйләнгән. Бынан тыш ул ирәкте ырыуы вәкиле. Ғәли Соҡорой шул замандарҙа уҡ үҙен урман башҡорттарынан тип рәсми танытҡан шәхестәребеҙҙең береһе.
Түңәрәк өҫтәлдә был ырыуға ҡараған башҡорттарҙың этник тарихы, тарихи һәм бөгөнгө күҙлектән төньяҡ башҡорттары ырыуҙары биләгән ерҙәр хаҡында фекер алышыуҙар үтәсәк. Сара 21 ғинуарҙа 10 сәғәттә башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: